Главная » 2020 » Сентябрь » 28 » В республике прошел форум учителей башкирского языка
19:53
В республике прошел форум учителей башкирского языка

24 – 25 сентябрҙә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үтте. Сара Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолдо. Башҡорт теле йылына арналған форумда дөйөм белем биреү учреждениеларында, урта һәм юғары уҡыу йорттарында эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, район методик берләшмәләре етәкселәре, инновацион белем биреү ойошмалары директорҙары ҡатнашты.

Сараның эшлекле өлөшө Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге ойошторған 13 майҙансыҡта оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар һәм консультациялар рәүешендә барҙы. Уларҙа юғары уҡыу йорттары менән белем биреү учреждениелары араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек формалары, юғары уҡыу йорттарында башҡорт телен уҡытыу, башҡорт телен дистанцион уҡытыу, федераль конкурстарҙа ҡатнашыу, республика гранттарын юллау тәртибе, ата-әсәләр менән уртаҡ тел табыу, тыуған яҡты өйрәнеү дәрестәрен алып барыу, башҡорт телендә мәктәп телевидениеһын ойоштороу, төньяҡ-көнбайыш диалекты шарттарында башҡорт теле һәм башҡа темалар яҡтыртылды. Унда туған телде уҡытыуға бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары ҡаралды, яңы методик алымдарҙың таралыуы тикшерелде, педагогтар тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

Уҡытыусылар көнөнә һәм Башҡорт теле йылына арналған әҙәби-музыкаль кисә, шулай уҡ “Самауырлы ритайым”да сәксәк менән сәй эсеп, бейеп күңел асыу барыһының да күңеленә хуш килде, уҡытыусылар өсөн ҙур бүләк булды.

Икенсе көндә биш майҙансыҡта эшләгән панель дискуссияларҙа эшлекле һөйләшеү дауам итте, туған тел дәрестәренә яңы талаптар, уны уҡытыу методикаһын камиллаштырыу, Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен үҫтереү, балалар баҡсаларында, һөнәри белем биреү учреждениеларында башҡорт телен уҡытыуҙың торошо кеүек мәсьәләләр ҡаралды.

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының һөнәри оҫталығы” донъяуи кафеһында стресҡа ҡаршы тороу, медиатив технологиялар ҡулланыу, лидерлыҡ, һөҙөмтәле коммуникациялар, уңышҡа өлгәшеү ресурстары кеүек уҡытыусылар өсөн бик актуаль мәсьәләләр буйынса белгестәр менән әңгәмәләр ойошторолдо.

Ике көн эш барышында һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә тыуған фекерҙәр, эшлекле тәҡдимдәр Башҡортостан Республикаһы башлығы менән осрашыуҙа Р.Ф.Хәбировҡа еткерелде.

Форум башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан педагогтарҙың тәжрибәһен арттырыу, башҡорт телен уҡытыу шарттарын камиллаштырыу, башҡорт телен уҡытыу мәсьәләләренә фән, мәҙәниәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең иғтибарын йәлеп итеү йәһәтенән артабан да киң ҡоласлы эш алып барыу бурысын ҡуйҙы.

1-се Стәрлебаш урта мәктәбенең

 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Розалия Насырова

 

 

Просмотров: 296 | Добавил: school1 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0