15:22 Встреча с писателями прошла в школе в рамках мероприятий Года литературы | |
“Әҙәбиәт йылы” тип иғлан ителгән йыл аҙағына ла етеп килә. Был йыл әҙәби йөкмәткеле сараларға бай булды, шул уңайҙан беҙҙә лә, 1-се Стәрлебаш мәктәбендә, яҡташ яҙыусылар менән осрашыу сараһы үтте.Был осрашыуға Стәрлебаш районында тыуған яҙыусылар Фәүҡәт Ҡотлошин Ғәлләм улы, Асия Басырова Динислам ҡыҙы, һәм Стәрлебаш районының Мәхмүтов Мәхмут Ғөбәй улы исемендәге “Тыуған яҡты өйрәнеү” музейы мөдире Әсәҙуллина Зөлхизә Зәки ҡыҙы саҡырылды. Осрашыуҙа ҡунаҡтар үҙҙәренең ижады менән таныштырҙы, мәктәптә уҡыған йылдарын иҫкә алдылар, уҡыусы булған саҡтарындағы ҡыҙыҡлы ваҡиғаларын һөйләп ишеттерҙеләр. Ә музей мөдире Стәрлебаш районының шәхестәре тураһында күргәҙмә материал ҡулланып эстәлекле мәғлүмәт бирҙе. Сара ҡунаҡтар менән танышыу рәүешендә генә түгел, ә әңгәмә рәүешендә барҙы. Мәктәп китапханаһы етәксеһе Кадирова Хәмиҙә Хөсәйен ҡыҙы ойошторған” Яҡташ яҙыусылар” тип исемләнгән күргәҙмәһендә, уҡыусыларыбыҙ тағын бер тапҡыр Стәрлебаш районында тыуған яҙыусыларҙың ижады менән таныштылар. Яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың яңы сыҡҡан китаптары ла бар ине ”Балан һуты” А.Басырова, “ Мин бәхетле” Ф.Ҡотлошин. Уҡыусылар ҙа үҙҙәре ыжад иткән шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙеләр, концерт номерҙары күрһәттеләр. Был сара уҡыусылар өсөн бик мауыҡтырғыс һәм фәһемле булды. Улар һәр ҡунаҡты ҡыҙыҡһынып тыңланы. Сараны Зөлхизә Зәки ҡыҙы “Раббим” исемле матур йыры менән тамамлап ҡуйҙы. Был осрашыуҙан ҡунаҡтар ҙа, уҡыусылар ҙа ҡәнәғәт булып ҡалдылар. Бындай осрашыуҙар беҙҙең мәктәптә йыш ҡына уҙғарылып тора ,сөнки бындай саралар уҡыусыларҙа бер-береһенә ҡарата ихтирамлыҡ,иғтибарлыҡ, тыуған илебеҙгә һөйөү һәм патриотик ҡараш тыуҙыра. 1-се Стәрлебаш мәктәбе уҡытыусыһы Насырова Розалия Венир ҡыҙы. | |
|
Всего комментариев: 0 | |